0%

Ҡайын илай(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡайын илай (Шиғыр)
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡайын илай


 Ап-аҡ йөҙлө ҡайын илай,
 Һулҡылдап, һыҡтап илай,
 Йыуатһам да, ҡайындың һис
 Йәштәрен тыйып булмай.
 Ғазап йотоп, үкһей ҡайын,
 Бөгөлә-бөгөлә елдәргә,
 Барын һөйләр ине лэ шул,
 Телдәре юҡ һөйләргә.
 Ҡайын илай... ҡайғыһынан
 Түҙә алмай иламай...
 Был ҡайындың тамырына
 Балта сапҡан бер малай.


1996 йыл